20 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрында «Онотолған әҙәм» спектакле һәм психолог менән фекер алышыу була.
Назим Хикмәт пьесаһы буйынса драма ауыр яҙмышлы кеше хаҡында хаҡында бәйән итә: «Заманында билдәле кеше булған, әммә аҙаҡ... хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ҡатыны... барыһы ла уны онотҡан». Автор геройҙы төрлө һынауҙар алдына ҡуйып, кешеләрҙәге азатлыҡҡа ынтылыу, ижад итә һәм ярата белеү кеүек күркәм сифаттарҙы сағылдыра.
Спектаклдән һуң тамашасыларҙы клиник психолог, психофизиолог, психосоматика буйынса терапевт Денис Калякин менән осрашыу көтә. Мөнәсәбәттәр, ышаныс, үҙ-үҙеңде баһалау темаһына арналған фекер алышыу күптәргә файҙалы булыр.
Спектаклдең режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов.
Ролдәрҙә: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, драма артистары Илгиз Әкимбәтов, Ҡәҙриә Мифтахова, Рәсил Сынбулатов, Әлиә Зарипова, Илнур Атйетәров, Фәнил Ҡарасурин, Ирек Ибраһимов.
Художество етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Рәхимов.
Йәш сикләүе: 12+.
Киске 7-лә башлана.
Билеттар: https://sgtko.ru/afisha/event/spektakl-onotol-an-m-vsemi-zabytyj/