Стәрлетамаҡта «Балалар әҙәбиәте антологияһы» китабының исем туйы үтте

Стәрлетамаҡта  «Балалар әҙәбиәте антологияһы» китабының исем туйы үтте

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән «Балалар әҙәбиәте антологияһы» китабының исем туйы үтте. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән китаптың III томына Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ибраһим Ҡыпсаҡ әҫәрҙәренән башлап, урта быуын яҙыусыларының һәм йәштәр ижадының иң сағыу әҫәрҙәре тупланды.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында барған бөгөнгө әҙәби сараға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева,башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог , китаптың төҙөүсе авторы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, мәктәп һәм вуз уҡытыусылары, студенттар, шағирҙар, яҙыусылар, Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, Ҡырмыҫҡалы район балалар китапханаһының үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры коллективы саҡырылған.
Гимназия уҡыусылары Корней Чуковскийҙың «Айболит»ын сәхнәләштереп, шиғырҙар һөйләһә, Ҡырмыҫҡалынан килгән үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры педагогия фәндәре докторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы, шағирә Рәмзәнә Әбүталипованың «Бесәй быйма эсендә» әҫәрен ҡуйҙы.
Сараны уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты ойошторҙо һәм алып барҙы.
Университеттың фойеһында ойошторолған нәшриәттең китап һатыу-күргәҙмәһе кисәлә ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе. Ул ҡунаҡтар өсөн бик күпләп балалар әҙәбиәте алып барҙы.
Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә ойошторолған матур байрам һәр кемдең күңел күген биҙәне, бала-саҡ донъяһына алып инде, алға тағы ла яңы маҡсаттар өҫтәне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb