19 марта Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорта драма театры Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлинаның юбилей кисәһенә саҡыра.
Рафиға Ғәлина – Башҡортостанда профессиональ оҫталыҡ һәм сәнғәткә тоғролоҡ символы булып танылған актриса. Ул Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры үҫешенә ҙур өлөш индерә. 1991 йылдан театр сәнғәтенә хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә Рафиға Арыҫлан ҡыҙы 30-ҙан ашыу роль башҡарған. Ул тыуҙырған һәр образ – ул роль генә түгел, ә тамашасылар алдында кешеләр яҙмышын асыусы тәрән хис-тойғоло тарих.
Юбилей кисәһендә актриса Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Эх, күгәрсенкәйҙәрем...» спектаклендә ҡатнаша. Яңғыҙлыҡ темаһы айырыуса киҫкен яңғыраған хәҙерге заманда был пьеса кешелек мөнәсәбәттәренә яңыса ҡараш тәҡдим итә. Шаян, көлкөлө, ләкин шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле тарих ҡарттар йортонда булған дүрт ҡарсыҡтың һәм бер ҡарттың тормошо тураһында бәйән итә.
Бер бүлмәлә ҡарттар йортонда дүрт ҡарсыҡ йәшәй, һәр береһенең үҙенсәлекле яҙмышы, ҡайғы-хәсрәте һәм тормош принцибы бар. Электрик Абдулланың тормоштарына килеп инеүе уларҙың уларҙың йәшәйешенә ҙур үҙгәрештәр индерә. Драматург трагизм ноталарын комедия менән бик оҫта бәйлә, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, спектаклдән һуң шаяртыу, таҡмаҡтар һәм дәртле бейеүҙәр менән тулы сағыу сәхнәләр генә хәтерҙә ҡала.
Ролдәрҙе башҡаралар: Башҡортостандың халыҡ артистары Миңниса Бакирова, Рафиға Ғәлина, Илһам Рәхимов, Ләйсән Кәримова; драма артисы Гөлнара Йәрмиева.
Йәш сикләүе: 12+.
Фото: Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең матбуғат хеҙмәте.