Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы

Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған ҡурайсы, филармонияның «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солисы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы. «Иллелә лә тормош елле, ҡурайсы булһаң әгәр!» тип исемләнгән сағыу программа артистың ижадын яратҡан тамашасыларҙы, яҡындарын, уҡыусыларын, сәхнәләш дуҫтарын йыйҙы.

Концертта «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солистары, Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйҙәш Сәсәнбаев, музыкаль-әҙәби лекторий солисы Айгиз Уйылданов, «Торатау» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова), махсус ҡунаҡтар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина, билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Сөләймәнов, «Берғамыт» халыҡ бейеүе ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов) һәм «Иркен» өлгөлө гармунсылар ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Ғәлимйәнов) сығыш яһаны.

Абруйлы ҡунаҡтарҙан Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Имәнғолова, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе Ләйсән Йосопова ҡатнашты. Улар, Азамат Ишкилде улының намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт Министрлығының Маҡтау ҡағыҙын, Ҡала һәм Стәрлетамаҡ муниципаль районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм башҡорт йәмәғәтселегенең иң юғары наградаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов артистың сәнғәтте үҫтереүҙәге өлөшө һәм юғары профессиональ оҫталығы өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән тәбрикләһә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Асҡаров Азамат Асаиновты Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.

Кисәлә ҡурайсының ҡыҙы Илзидә һәм тормош иптәше Эльвира Асаинова музыкаль ҡотлауҙарын еткерҙеләр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова һәм нәфис һүҙ оҫтаһы Азамат Ғәҙелшин ижад кисәһен күркәм, ихлас алып барҙы.

Юбиляр әйтеүенсә, яңы программа уның тыуған яғында – Йылайыр районында ла күрһәтеләсәк.

Фотолар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең матбуған хеҙмәтенән.

Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb