Стәрлетамаҡта «Көрәшергә, бирешмәҫкә Һәм еңергә!» тигән концерт программаһының премьераһы үтте

Стәрлетамаҡта «Көрәшергә, бирешмәҫкә Һәм еңергә!» тигән концерт программаһының премьераһы үтте

Музыкаль-әҙәби лекторийҙың премьераһы Бөйөк Ватан һуғышы барышын тамырынан үҙгәрткән һәм совет армияһының еңеүенә нигеҙ һалған 1943 йылғы төп алыштарҙың 80 йыллығына арнала. Ошо ике һынылышлы алыш һөҙөмтәһендә беҙҙең ил фашистик Германияны еңеп сыҡҡан. Совет халҡы үҙ илен генә түгел, бөтөн донъяны фашистар афәтенән һаҡланы.

"Бөйөк Ватан һуғышы халҡыбыҙ өсөн ҡаты һынау булған. Еңеү илебеҙ фронттарында һәм тылында башын һалды. Олоһонан алып  кесеһенә тиклем илбаҫарҙарға ҡаршы тороу өсөн хәлдәренән килгәнсә көрәшә. Фронт һалдаттары һәм тыл эшселәре менән бергә йыр ҙа яңғырай. Йыр халыҡҡа бирешмәҫкә һәм еңергә ярҙам иткән, ул совет халҡының ҡеүәтле ҡоралына әүерелгән. Артистар Рәсәй тарихының был дәүшәтле дәүере хаҡында бәйән итте”,- тине әҙәби-музыкаль лекторий етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Елена Калинина.

Был кистә залда берәү ҙә күҙ йәштәренән тартынманы. Йырҙар күңелгә үтеп инде. Филармония солистары Бөйөк Ватан һуғышы тарихын һағыш ҡатыш ғорурлыҡ менән иҫкә алды.

Филармонияның художество етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb