С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы "Музейҙар төнө" нә саҡыра

С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы "Музейҙар төнө" нә саҡыра

20 майҙа С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында "Музейҙар төнө-2023" Бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә. Акция киске сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем дауам итә.

- Быйыл «Музейҙар төнө» акцияһы «Тарих һәм тарихтар» темаһына арналған. Аксаков музейы бик күп һоҡланғыс ваҡиғалар әҙерләгән һәм һәр кем үҙенең, иң яҡшыһын табыр, тип ышанам! - тип хәбәр иттеләр музейҙа.

Был кис музейҙа ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Уларҙы Өфө студиялары оҫтабикәләре үткәрә. Шулай уҡ бында «Ассамблея» тарихи бейеү студияһы етәксеһе Денис Аксенов етәкселегендә боронғо бал бейеүҙәрен өйрәнергә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb