Стәрлетамаҡ быйыл 250 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан унда ярым марафон уҙғарыла. 28 майҙа ҡаланың үҙәк урамдарын буйлап 1 мең самаһы кеше йүгерәсәк. Илдең тиҫтәләп төбәгенән ҡунаҡтар көтөлә. Билдәле спортсылар, кино йондоҙҙары, сәйәсмәндәр буласаҡ. Ярым марафондан һуң байрам концерты ойошторола. Стәрлетамаҡты юбилейы менән билдәле йырсы Стас Пьеха ла ҡотлаясаҡ.