“Статус” инклюзив халыҡ театры“Софи” спектаклен сәхнәләштерә

“Статус” инклюзив халыҡ театры“Софи” спектаклен сәхнәләштерә

Тиҙҙән 11, 12, 18 һәм 19 ноябрь көндәре Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәгендә Екатерина Сергеева һәм Гүзәл Дәүләтова пьесаһы буйынса ҡуйылған “Софи” спектакле уйналасаҡ. Спектаклде “Статус” инклюзив халыҡ театры сәхнәләштерә.

“Статус” – йәш театр. Әммә улар хәҙер икенсе сәхнә әҫәре әҙерләй. Унда мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, һау-сәләмәт кешеләр ҙә, профессиональ актерҙар ҙа һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша.

Спектаклдәге күренештәр беҙҙең көндәрҙе сағылдыра. Ваҡиғалар Голландияла бара. Хәтерен юғалтҡан йәш ҡатын Софи хәлле генә голланд ғаиләһенә барып эләгә. Яйға һалынған тормош, уны яратып торған ире, улы бар. Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк? Әммә йәш ҡатын бәхетһеҙ. Һәм бер осрашыу уның тормошон баштүбән әйләндерә. Үткән һәм бөгөнгө араһында көрәш башлана.

Төп ролдәрҙә - М. Йосопов, Р. Нафиҡов, Г. Дәүләтшина. Софи нимәне һайлар: үткәненә ҡайтырмы, әллә бөгөнгөһөн яҡыныраҡ күрерме? Был һорауға яуап үҙе үк ҡуйыусы режиссер булған һәм төп ролде лә үҙе башҡарған Гүзәл Дәүләтованың әҫәрен күргәндән һуң мәғлүм булыр.

Тормошто, тормоштағы һәр яңылыҡты яратып ҡабул иткән кешегә сиктәр юҡ бит. Бик күп еңеүҙәр яулаған мөмкинлеге сикләнгән спортсы Марат Йосопов был юлы сәхнәлә үҙен тағы ла ышаныслыраҡ тотор, уның актерлыҡ һәләте нығыраҡ асылыр.
Тамашасыларға был тарихты ғына түгел, инклюзив театр актерҙарының ижади мөмкинлектәрен күреү ҙә ҡыҙыҡлы булыр.

Спектакль 18.00 сәғәттә башлана.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb