«Статус» инклюзив театры тамашасы күңелен яулай

«Статус» инклюзив театры тамашасы күңелен яулай

18 һәм 19 ноябрь көндәре Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәгендә Екатерина Сергеева һәм Гүзәл Дәүләтова пьесаһы буйынса ҡуйылған “Софи” спектакле уйналасаҡ. Спектаклде “Статус” инклюзив халыҡ театры сәхнәләштерә.

“Статус” – йәш театр. Әммә улар хәҙер икенсе сәхнә әҫәре әҙерләй. Унда мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, һау-сәләмәт кешеләр ҙә, профессиональ актерҙар ҙа һәүәҫкәрҙәр ҙә уйнай. Ҙур театр сәхнәләренән айырмалы,  был спектаклдә инвалид креслоһында ултырған  актерҙар  ҡатнаша.  

Спектаклдәге күренештәр беҙҙең көндәрҙе сағылдыра. Ваҡиғалар Голландияла бара. Хәтерен юғалтҡан йәш ҡатын Софи хәлле генә голланд ғаиләһенә барып эләгә. Яйға һалынған тормош, уны яратып торған ире, улы бар. Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк? Әммә йәш ҡатын бәхетһеҙ. Һәм бер осрашыу уның тормошон баштүбән әйләндерә. Үткән һәм бөгөнгө араһында көрәш башлана.

Төп ролдәрҙә - М. Йосопов, Р. Нафиҡов, Г. Дәүләтшина. Софи нимәне һайлар: үткәненә ҡайтырмы, әллә бөгөнгөһөн яҡыныраҡ күрерме? Был һорауға яуап үҙе үк ҡуйыусы режиссер булған һәм төп ролде лә үҙе башҡарған Гүзәл Дәүләтованың әҫәрен күргәндән һуң мәғлүм булыр. Режиссер Гүзәл Дәүләтова әйтеүенсә, мөмкинлектәре сикләнгән актерҙарға спектаклдәрҙә ҡатнашыу  уларҙың һәләтен асыу, эске донъяһын байытыу мөмкинлеге бирә.

Тормошто, тормоштағы һәр яңылыҡты яратып ҡабул иткән кешегә сиктәр юҡ бит. Бик күп еңеүҙәр яулаған мөмкинлеге сикләнгән спортсы Марат Йосопов был юлы сәхнәлә үҙен тағы ла ышаныслыраҡ тотор, уның актерлыҡ һәләте нығыраҡ асылыр. 
Тамашасыларға был тарихты ғына түгел, инклюзив театр актерҙарының ижади мөмкинлектәрен күреү ҙә ҡыҙыҡлы булыр.

Театр труппаһында 200 кеше шөғөлләнә. Актерҙар араһында студенттар, уҡытыусылар, табиптар ҙа бар. Тамашасы күңелен арбаусылар араһында Паралимпия спортсыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Марат Йосопов та шөғөлләнә. Һәүәҫкәр актер ҡаршылыҡтарҙы еңеп, кешелектең мөмкинлектәре сикһеҙ икәнен иҫбатлар өсөн сәхнәгә сыға. Тәүге тапҡыр инвалид креслоһында  ултырған кешеләр 1960 йылда Лондонда тамаша әҙерләй. Һуңынан был тәжрибә  бөтә донъяла ҡулланыла башлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb