Стәрлебаш районында "Бауырһаҡ" байрамы үтте

Стәрлебаш районында  "Бауырһаҡ" байрамы үтте

Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған сарала Күгәрсен, Ишембай, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Стәрлебаш райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.

Стәрлебаш районы мәҙәниәт йортонда Бауырһаҡ байрамы үтте

Оҫталар әҙерләгән йомро, дүрткел, оҙонса, эре һәм ваҡ бауырһаҡ, башҡорт балы, уйын ҡоралы-ҡумыҙ, милли биҙәүестәр, баҫылған быйма күргәҙмәләре ойошторолдо. Халҡыбыҙҙың "Килен төшөрөү", "Ҡаршы туй" йолалары, балалар ижад йортоноң "Аманат" фольклор коллективы сығышы, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр байрам дәрте өҫтәне.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb