Стәрлебаш районының Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдарында "Шәжәрә" байрамы үтте

Стәрлебаш районының Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдарында "Шәжәрә" байрамы үтте

Үткән аҙнала Стәрлебаш районының Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдарында "Шәжәрә" байрамы уҙғарылды.

"Шәжәрә" байрамында Ибраҡай ауылынан: Ғәлиевтар, Баһауетдиновтар, Ғәбдуллиндар, Яҡуповтар, Хәсәновтар,Рәжәповтар, Мәҡсүт ауылынан: Әһлиуллиндар, Мөхәмәтйәровтар ғаиләләре нәҫел-тамырын барланы.

Ауылдарҙың иң кесе һәм иң оло йәштәгеләренә иғтибар бүленде. Һуғыш йылдарындағы иң беренсе тракторсы ҡатын-ҡыҙҙары: Ибраҡайҙан-93 йәшлек Минекамал Яҡупова менән Мәҡсүттән-95 йәшлек Мөкәрәмә Мөхәмәтйәроваларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ, 50,60 йыл бергә йәшәүселәр тәбрикләнде. Моңло йырҙы дәртле бейеүҙәр алмаштырҙы.

Ибраҡай ауылында 160-ҡа яҡын, Мәҡсүттә -60-тан ашыу йорт иҫәпләнә. Ике ауылдан 90-ға яҡын уҡыусыны Первомайский ҡасабаһына мәктәп автобустары йөрөтә. Байтаҡ социаль мәсьәләләр булыуға ҡарамаҫтан,ауыл халҡы төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәккә ышанып, ҙур өмөттәр менән тырышып йәшәй, ырыу тарихын өйрәнә, нәҫелен барлай, быуындар сылбырын өҙмәй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb