Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры "Ашҡаҙар" пьесаһын Өфө тамашасыһына тәҡдим итте

Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры "Ашҡаҙар" пьесаһын Өфө тамашасыһына тәҡдим итте

Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры "Ашҡаҙар" пьесаһын республиканың һәм башҡорт театрының 100 йыллығына, яҙыусы, драматург һәм фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап Өфө тамашасыһына тәҡдим итте.

Мөхәмәтша Буранғолов башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп пьеса-драма әҫәрҙәре яҙғаны өсөн милләтселектә ғәйепләнә. Бигерәк тә 1919 йылда сәхнәләштерелгән "Ашҡаҙар" пьесаһы ҙур һорау тыуҙыра. Һөҙөмтәлә, ул төрмәгә ябыла.

Мөхәмәтша Буранғоловты эҙәрлекләү, Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт театры асыу мәлдәрен һынландыра һәм тамашасыны талғын ғына йыр тарихына алып инеп китә. Икенсе сюжет һыҙығында аяныслы мөхәббәт тарихы һүрәтләнә. Ул социаль тигеҙһеҙлек хаҡында һөйләп кенә ҡалмай, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәренең бар сағыулығы күрһәтә.

Билдәле булыуынса, Мөхәмәтша Буранғолов пьеса булараҡ башҡорт халыҡ "Ашҡаҙар" йыры легендаһына таянып ижад иткән. Быуындан-быуынға күсә килгән был рухи ҡиммәттең тарихы 18 быуатҡа барып тоташа. Таңһылыу исемле ҡатындың ире Йомағол "Ашҡаҙар" йылғаһында фажиғәле вафат булғас, уға бағышлап йыр сығара. Ваҡиғалар Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы тирәләй бара.

Спектаклдең жанры музыкаль драма. Спектаклдең балетмейстеры Сулпан Асҡарова, композиторы Илшат Яхин, рәссамы Лилиә Сөләймәнова.

Яңы ҡуйылышта тотош труппа ҡатнаша.Төп ролдәрҙә — Резеда Әмәкәсова һәм Илфир Баймырҙин, Буранғолов ролен Рафиҡ Хәсәнов уйнай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb