Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ижад миҙгелен ҙур премьера менән асты

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ижад миҙгелен ҙур премьера менән асты

Кисә, 11 октябрҙә театр коллективы Мөхәмәтша Буранғоловтың "Ашҡаҙар" музыкаль драмаһын тәҡдим итте. Пьеса республиканың 100, авторҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналып сәхнәләштерелде. Әйткәндәй, был әҫәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында нигеҙ һалынып, артабан Өфөгә күскән хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының 1919 йылдағы тәүге премьераһы иҫәпләнә.

Спектаклдең жанры музыкаль драма. Спектакль өҫтөндә балетмейстер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, рәссам Лилиә Сөләймәнова эшләне.

Төп ролдәрҙе — Резеда Әмәкәсова һәм Илфир Баймырҙин, Буранғолов ролен Рафиҡ Хәсәнов уйнаны.

Билдәле булыуынса, Мөхәмәтша Буранғолов пьеса булараҡ башҡорт халыҡ "Ашҡаҙар" йырының легендаһына таянып ижад иткән. Быуындан быуынға күсә килгән был рухи ҡиммәттең тарихы 1863 йылға барып тоташа. Ҡанһолтан исемле ҡатындың ире Шәмсетдин "Ашҡаҙар" йылғаһында фажиғәле вафат булғас, уға бағышлап йыр сығара. Ваҡиғалар Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы тирәләй бара. Әйткәндәй, 2005 йылда төбәктә йырға арнап һәйкәл дә ҡуйылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb