Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә режиссер – Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев менән осрашыу уҙҙы. Шулай уҡ "Киҫәкбикә. Легенда" (Михаил Башкиров) пьесаһы буйынса тәүге репетициялар уҙҙы.
Кисәкбикә Байрасова – яндырылған башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Ул үҙ иркенән тыш суҡындырылған, аҙаҡтан кире ислам диненә ҡайтҡан өсөн ҡаты язаға тарттырылған. Шулай уҡ уның 1679 йылда Себер даруғаһының Дыуан улысында тыуыуы билдәле.
«Пьеса риүәйәт формаһында яҙылған, сөнки хәл-ваҡиғаларҙы документаль йәһәттән яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Пьесаның авторы – драматург Михаил Башкиров. Ул Татарстанда, Ҡалмыҡстанда, Бүрәт Республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә милли театрҙар менән эшләү тәжрибәһенә эйә. Премьера көҙгә планлаштырыла – киләһе ижад миҙгелен ошол спектакль менән асырға теләйбеҙ, – тип хәбәр итә театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов.
Әйтергә кәрәк, ижади төркөм саҡырылған ижади эшмәкәрҙәрҙән тора. Ҡуйыусы рәссам – Ҡазандан Геннадий Скоморохов, быға тиклем "Биғылый" спектаклен биҙәне. Композитор – Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аркадий Манджиев, әйткәндәй, режиссер Борис Наминович менән бер туғандар. Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова, ул Стәрлетамаҡ театры менән быға тиклем дә хеҙмәттәшлек иткән. Пластика буйынса режиссер – Өфөнән Рәмизә Мөхәмәтшина.