Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Буранғолов. Ашҡаҙар» спектаклен тәҡдим итәсәк

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Буранғолов. Ашҡаҙар» спектаклен тәҡдим итәсәк

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры республиканың һәм башҡорт театрының 100 йыллығына арнап «Буранғолов. Ашҡаҙар» спектаклен тәҡдим итәсәк. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Буранғолов. Ашҡаҙар» спектакле өҫтөндә эшләй. Яңы ҡуйылышта тотош труппа ҡатнаша.

Тәҡдим ителәсәк  сәхнә әҫәре театрҙың, республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург һәм фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллығына арналған.

Спектаклдең жанры музыкаль драма. Спектакль өҫтөндә балетмейстер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, рәссам Лилиә Сөләймәнова эшләй.

Төп ролдәрҙә — Резеда Әмәкәсова һәм Илфир Баймырҙин, Буранғолов ролен Рафиҡ Хәсәнов уйнай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb