Кисә, 13 март көнө Стәрлетамаҡ дәүләт концерт театр-концерт берләшмәһендә Мөнир Ҡунафиндың «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» спектакле буйынса матбуғат конференцияһы үтте.
Спектаклдең режиссеры Айҙар Зарипов, актёрҙар Марат Зөбәиров, Илфир Баймырҙин һәм Зиләрә Юлтаева журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Стәрлетамаҡ театры фантасмагория жанрына тәүге тапҡыр тотона.
Әҫәрҙең исеме ҡыҙыҡ, ә нишләп Люксембург? Был пьеса нимә тураһында һуң? Ҡыҙ бала имәнгә, эйе ағасҡа кейәүгә сығырға йыйына, берәү Аллаһтың үҙен төшөндә күрә лә, ауылға йома көнө Хоҙай килә тип тилерә, өсөнсөһө етмеш йыл иренең һаман да һуғыштан ҡайтыуын көтә, урындағы рәйес ҡытай байына ер һатып байымаҡсы, сибәр ҡатын иренән ҡасып мулла ҡосағына инә, ябай көтөүсе шағир булып сыға... Ҡәҙимге ауылдың сәйер кешеләренең башҡа һыймаҫ ҡылыҡтары.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы рәссам – Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, вокал буйынса педагог – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әфәрим Аҡсурин, хореограф – БР атҡаҙанаған артисы Сулпан Асҡарова.