Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе шаулап-гөрләп Яңы йылға әҙерләнә. Театр артистары етем һәм инвалид балалар өсөн хәйриә сараһы уҙғара- "Три богатыря һәм "Соловей-разбойник" тип аталған тамаша тәҡдим итә. Әкиәтте сәхнәгә ҡуйыусы режиссер-Айҙар Зарипов.
Бәләкәй саҡтан барыбыҙға ла таныш әкиәт геройҙарын театрҙың билдәле һәм талантлы актерҙары башҡарасаҡ: Баймурзин Илфир, Аҡимбәтов Илгиз, Сәлимгәрәева Нурзидә, Зубаиров Марат, Аҡбаева Ҡәҙриә, Юлтаева Зиләрә, Ярмеева Гөлнара, Фатҡуллин Таһир, Сынбулатов Рәсил, Кинйәҙолов Фәнил, Саниева Алия.
Тамаша 21 декабрь көнө сәғәт 12.00 башлана.