Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «Күптәрҙе бит йырҙар осраштыра» исемле театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «Күптәрҙе бит йырҙар осраштыра» исемле театрлаштырылған  тамаша тәҡдим итте

2 февралдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Күптәрҙе бит йырҙар осраштыра» исемле театрлаштырылған концерт программаһы үтте. 

Башҡортостандың халыҡ шағиры, ҡыйыу драматургтың ғүмеренә һәм ижадына байҡау яһар өсөн йәш режиссёр, сценарий авторы Зиннур Сөләймәнов “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө һәм башҡорт драма театры актёрҙарын туплап йөкмәткеле тамаша менән һөйөндөрҙө. 

Назар Нәжмиҙең йәш, дәртле студент сағын Марат Зөбәйеров күҙ алдына баҫтырһа, ир ҡорона ингән осорон Илфир Баймырҙин уйнаны. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Галинға шағирҙың халыҡ араһында танылыу яулаған осорон кәүҙәләндереү, уның фәлсәфәүи уйҙарын, кешелекте алға әйҙәгәншиғырҙарын тамашасыларға еткереү бурысы йөкмәтелгәйне. Актерҙарҙың Назар образын күңел биреп, ысын итеп башҡарыуынан, шағир яңынан терелгәйндәй булды. Етмәһә,кисәлә Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙың яңғырауы, тамашасыны берсә дәртләндерҙе, берсә уйландырҙы. Сөнки шағирҙың талантына һоҡланмау мөмкин түгел шул.

“Ашҡаҙар” башҡорт эстарада-фольклор төркөмө солистары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәзинур Хужәхмәтов, Гүзәлиә Татлыбаева, Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтар, Ришат Хәмитов, Илдар Әбдрәшитов, Илдар Рәхимғолов башҡарған “Аҡ шишмә”, “Берәүҙең берәүенә”, “Һиңә тағы мин бер киләм әле” йырҙарға залда ултырған тамашасылар ҡушылып рәхәтләнде. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb