Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сираттағы ижад миҙгелен тамамланы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сираттағы ижад миҙгелен тамамланы

17 майҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе 27-се ижад миҙгелен Ғаилә йылына арналған “Матур ғаилә – ил күрке” исемле театрлаштырылған концерт менән йомғаҡланы.

Был үҙенсәлекле программаны сәхнәгә Зиннур Сөләймәнов ҡуйҙы. Абруйлы ҡунаҡтарҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин һәм Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова ҡатнашты. Улар, үҙ сиратында, театр-концерт берләшмәһе артистарына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн ҡала мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Егегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Берләшмә директоры Харис Зәбих улы Әбдрәхимов та Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ғаилә йылына бағышланған тамашала беҙҙең берләшмәлә эшләгән ижади парҙар сығыш яһаны. Сөнки иң күп парҙары республика мәҙәниәт усаҡтары араһында театр-концерт берләшмәһендә булыуы асыҡланды, бөтәһе 21 ғаилә хеҙмәт итә. Улар араһында башҡорт драма театры асылғандан бирле эшләүсе Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндарҙың, филармонияға нигеҙ һалыусылар Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтарҙың булыуы, оло мәртәбә өҫтәй.

Концерттың йәнә бер үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу зарур – Әүбәкеровтар һәм Хәбибуллиндар ғаиләләре балалары менән бергәләп сығыш яһаны. Иҫ киткес йәнле һәм йәмле тамашаға халыҡтың дәррәү килеүе лә һөйөндөрҙө. Тамаша барышында алтмыш өс йыл, шулай уҡ бер йыл йәшәүсе парҙар билдәләнде. Был ғаиләләргә иҫтәлекле бүләктәргә ҡушып бер йыллыҡ абонементтар бүләк ителде. Ғөмүмән, 27-се ижад миҙгеленә ҡыҫҡаса байҡау яһаһаҡ, эшләнгән эштәребеҙ, яуланған үрҙәребеҙ бихисап.

Ижад миҙгелендә башҡорт драма театры алты премьера сығарҙы, ә филармония олоһона ла, йәшенә лә, кесеһенә лә тәғәйенләнгән егерме бер яңы концерт программаһын тәҡдим итте. Миниса Бакированың Рәсәй Президенты В.Путиндың Маҡтау ҡағыҙына һәм йырсы, йыр авторҙары, баянсы Рәмил Әүбәкировтың Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булыуҙары оло ваҡиғаға әүерелде. Ә Руслан Юлтаевтың Бөйөк Еңеүгә арналған “Кластан тыш дәрес” фильмы тамашасыларҙа тәрән хис тойғолар тулҡыны уятты. Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтеү мөһим, әлеге көндә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бөтә асылында ижад итә, сәскә ата һәм заман менән бергә атлай. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb