Театр йылында Бөтә донъя театр көнөн билдәләүгә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе оло яуаплылыҡ менән әҙерләнде. Бына утыҙ йылға яҡын үҙ тамашасыһына тоғро хеҙмәт итеүсе башҡорт драма театры коллективы был юлы ла халыҡтың күңеленә ятырлыҡ кисә тәҡдим итте.
“Театр донъяһы – тормош ҡуласаһы” тип исемләнгән тамашаның тантаналы өлөшөндә бер төркөм артистарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн һәм Театр көнө айҡанлы Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Был абруйлы миссияны театр-концерт берләшмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Әбдрәхимов менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов башҡарҙы.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙына талантлы актриса Зиләрә Юлтаева лайыҡ булды. Уҙған йылғы һәм быйылғы ижад миҙгелендә эшкә килгән йәштәрҙе театр-концерт берләшмәһе билдәләп үтте. Ә ҡала мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары оҙаҡ йылдар театрға хеҙмәт иткән артистарға – Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимоваға, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлиловаға, шулай уҡ сәхнә оҫталары Таһир Фәтҡуллинға, Марат Зөбәйеровҡа, Әлфинур Ғәзимоваға, яҡтыртыу цехы начальнигы Лилиә Ғарифуллинаға, тауыш операторы Гөлшат Аҡбулатоваға тапшырылды.
Артабан сәхнә әкиәт донъяһына әүерелде. Ниндәйҙер мөғжизә көткән халыҡты, шаршау асылыу менән, ысынында зауыҡ менән биҙәлгән, байрам кәйефенә төрөнгән сәхнә ҡаршы алды. Артистар бер-бер артлы төрлө образда залда ултырыусыларҙы йыр-бейеүҙәре менән ялмап алды. Бигерәк тә “Ҡарауыл! Атай өйләнә?!”, “Ҡоҙағый”, “Бернарда Альба йорто”, “Ҡоҙаса” кеүек спектаклдәрҙән күрһәтелгән өҙөктәр халыҡтың күңеленә хуш килде.
Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Андрей Миронов кеүек билдәле артистарҙың репертуарынан ретро-йырҙар яңғырауы һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингәндер. Шулай уҡ, совет осорондағы киноларҙа ла сәйәхәт итеп килеү мөмкинселеге булды, голливуд кинематографияһы ла ситтә ҡалманы.
Театр көнөн билдәләү театр-концерт берләшмәһендә халыҡ байрамына әүерелде. Артистарҙың сәхнә хеҙмәте ихлас алҡыштарға күмелде. Тамашанан һуң һәр кем оло ҡәнәғәтлек һәм рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Сценарий авторҙары һәм ҡуйыусылары Айҙар Зарипов менән Зиннур Сөләймәновҡа ла иң йылы һүҙҙәр әйтелде.