Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “Ҡарға бутҡаһы” тип исемләнгән тамаша уҙғарҙы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “Ҡарға бутҡаһы” тип исемләнгән тамаша уҙғарҙы

- Аҡ тирәк-күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

- Беҙгә анау оҙон сәсле ҡыҙ кәрәк!

- Алып ҡарағыҙ улай булғас килен итеп!

- Һай, йүгер-йүгер

…Стәрлетамаҡ дәүләттеатр-концерт берләшмәһе бала-сағаның сыр-сыуына күмелгән. Етәкләшкән уйынсылар баҫҡан урындарында бейеп тора, иптәштәрен дәртләндерә һәм… башҡортса һөйләшә! Бар яҡлап та бына шундай матур күренештәргә бай булды әлеге мәҙәни усаҡта үткән “Ҡарға бутҡаһы” тип исемләнгән тамаша. Төрлө милләт вәкилдәренән, төрлө мәктәптән килгән төрлө йәштәге балалар ябай күҙәтеүсе генә түгел ине, ихлас итеп уйындарҙа үҙҙәре лә ҡатнашты. Хатта теләүселәр күп булып, бер уйынды ике тапҡыр ҡабатларға тура килде алып барыусыларға. 

Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм театр менән берлектә Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән был сара иҫ китмәле тәрән мәғәнәгә эйә. Балалар күңел асып ҡына ҡалманы, ә йолаларыбыҙҙың эстәлегенә сумды, башҡорт һүҙҙәрен өйрәнде. Әлбиттә, артистар тик үҙебеҙсә һөйләп, үҙҙәре генә уйнап йөрөһә, бәлки, уҡыусыларҙы ылыҡтырып та булмаҫ ине, тик, проектты мәктәп кимәлендә башлап ебәреүсе 1-се лицей уҡытыусыларына һәм тамашаның режиссеры Зиннур Сөләймәновҡа афарин тип әйтергә кәрәк, уҡыусылар белмәгән һүҙҙәренең руссаға тәржемәһен дә ишетеп торҙо. Теге йәки был аңлатманы ике телдә лә алып барыусылар менән бергә ҡабатланы, уйындарҙа ҡатнашып, һүҙҙәрҙе һәм йолаларҙы нығытып ҡуйҙы. Ҡайһы берҙә уҡытыусыларҙың нисек итеп кластан тыш саралар һәм традицион булмаған дәрестәр үткәреү хаҡында баш ватҡандарын күргән бар. Ошо дәрес түгелме ни?! Әйткәндәй, был тамашаны ҡаланың бөтә мәктәп уҡыусылары ла ҡарай алды.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: уҡыусыларға тип йүнәлтелгән булһа ла сара ололар өсөн дә әһәмиәтле һымаҡ. Һәр хәлдә, үҙебеҙҙең бала саҡта уйнаған уйындарҙы һағынып иҫләп ултырҙыҡ. “Йәшерәм яулыҡ, йәшерәм яулыҡ бер иптәшем артына…” тип йырлап уйнай инек бит беҙ ҙә.
Бутҡа тигәндән, йоланы йола итеп, тамаша аҙағында уйынсылар ҡарғаны бутҡа менән һыйланы. Уңыш мул булһын өсөн һыйҙы йәлләргә ярамай, күп итеп һалырға кәрәк тиҙәр халыҡта. Ә балаларыбыҙҙың киләсәктә башҡорт телен белеү һәм ихтирам итеү өлкәһендәге уңыштары ошондай тамашаларға туранан-тура бәйле. Тимәк, әлегеләй һый-сараларҙы ла йәлләмәһәк ине йәш быуын өсөн.

Сығанаҡ: http://www.str-tko.ru/pressa/694-2017-05-29-05-20-07.html

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb