Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлилов Азамат Самат улының хәтер кисәһе уҙҙы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлилов Азамат Самат улының хәтер кисәһе уҙҙы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә яҡты донъяларҙан 48 йәшендә генә китеп барған Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлилов Азамат Самат улының “Мин сәхнә батыры инем...” исемле хәтер кисәһе уҙҙы.

Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа ҡуйылған Данил Сәлиховтың “Ҡатын түгел –аждһа!”, Эсфир Йәһүҙиндың “Китмәҫкә килгән ҡошом”, грузин драматургтарының “Ҡарауыл! Атай өйләнә!” комедияларынан Азамат Хәлиловты халыҡ көслө алҡыштар менән оҙата ине. Республикабыҙ театр сәнғәте күгендә тәрән һәм яҡты эҙ ҡалдырҙы актер, кешеләрҙе үҙенең ихласлығы, эшһөйәрлеге, изге күңелле булыуы менән дә арбай ине.

Азамат Хәлилов 1970 йылдың 3 майында Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында Фәриҙә һәм Самат Хәлиловтарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә донъяға килә. Тик әсә наҙы татып йәшәргә тура килмәй сабыйға, йәшләй генә әсәһе гүр эйәһе була. Һуңынан Азаматтты өләсәһе Әминә апай һәм олатаһы Ташбулат ағай үҙ ҡанаты аҫтына ала. Татыу, ҙур ғаиләлә, апайҙары-ағайҙары тәрбиәһендә буй еткерә егет. Бәләкәйҙән үк отҡор, шаян малай һәр төрлө спорт ярыштарында, бигерәк тә көрәштә тәүге урындарҙы бирмәй, сәхнәләрҙән төшмәй бейеп-йырлап йөрөй. Урта мәктәпте тамамлағас, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Өфө сәнғәтинститутына уҡырға инә. Рифҡәт Исрафилов, Илшат Йомағолов, ТаңсулпанБабичева, Нурия Ирсаева, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек бөйөк педагогтар, абруйлы шәхестәр ҡулында белем алыу бәхете татый Азамат Хәлиловҡа.

Институтты уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Тик 1992 йылда ғаиләле йәш актер Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына эшкә ҡайта. Һәм, ошо көнгәсә тыуған театрына тоғро ҡалып хеҙмәт итте.

Хәтер кисәһендә Азамат Хәлиловтың бергә уҡыған курсташтары – республикабыҙҙың билдәле шәхестәре Юнир Ғәйнуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Светлана Хәкимова, Марс Итбаев, Гөлнара һәм Алмас Әмировтар, Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, ижадташ дуҫтары – талантлы режиссер Илдар Вәлиев, йырсы Альберт Салауатов, шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтарҙан ун йылдан ашыу бергә эшләгән – данлыҡлы артисыбыҙ Әхәт Хөсәйенов, Дәүләкән районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рөстәм Әхмәдрәхимов, шулай уҡ коллегалары ҡатнашты. Кисәне тормош иптәше Зөлфиә Хәлилова һәм ҡыҙы, өмөтлө йәш актриса Зилиә Ситдиҡова әҙерләп алып барҙы.

Азамат Самат улы Хәлиловтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған кисәлә актер уйнаған спектаклдәрҙән видеояҙмалар күрһәтелде, баласағына, институт йылдарына байҡау яһалды, уның талантына сикһеҙ һоҡланыу һәм ғорурланыу һүҙҙәре яңғыраны. Оло шәхесебеҙ Олег Ханов әйтмәшләй, бындай актерҙар йөҙ йылға бер генә тыуа. Йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр, сәхнә батыры!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb