Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә "Урал легендалары" проектының премьераһы үтте

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә "Урал легендалары" проектының премьераһы үтте

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә "Урал легендалары" тип исемләнгән өр-яңы форматтағы проекттың исем туйы үтте. Билдәле тележурналист Сәрүәр Сурина авторлығындағы мюзикл башҡорт халыҡ эпосына таянып ижад ителгән. Тамаша башҡорт телендә барҙы. Бындай форматтағы жанр быға тиклем республикала ҡуйылғаны булмаған. Тамашаны йылы ҡабул иткән халыҡ сараның юғары кимәлдә әҙерләнеүенән тыш, сәхнә костюмдарының ҡабатланмаҫ сағыулығын да билдәләне.

Мәҙәниәт учреждениеһының башҡорт драма театры артистары Рәсәйҙә Театр йылын тантаналы асып, яҙыусы, тарихсы Спартак Ильясовтың "Биғылый" әҫәре менән сығыш яһаны. Театр һөйөүселәр өсөн "Бар донъя ла - театр" тип исемләнгән мажаралы уйындар, театр музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Шулай уҡ улар викторина һорауҙарына яуап биреп иҫтәлекле бүләктәр ҙә отто.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театрының художество етәксеһе Айҙар Зарипов әйтеүенсә, 2019 йылда саралар ҙа, проекттар ҙа күп буласаҡ. Мәскәүҙән режиссер килеп Шукшиндың хикәйәләре буйынса пьеса ҡуйыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb