Стәрлетамаҡ филармонияһы коллективы күмәкләшеп, дәррәү башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙҙы.
Башҡорт телен һаҡлау, камиллаштырыу, пропагандалау маҡсаты менән йыл һайын үткәрелгән мәртәбәле сарала беҙҙең артистар әүҙем ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар Рауил Бикбаевтың “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тип исемләнгән текстын яҙҙылар. Текста авторҙың тыуған ергә булған һөйөүе, икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәте сағыла, Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәте тасуир ителә.
Башҡорт теленән диктант яҙыу юғары кимәлдә үтте, ойоштороусоларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!