Стәрлетамаҡ филармонияһы Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҡарата өр-яңы концерт тәҡдим итә

Стәрлетамаҡ филармонияһы Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҡарата өр-яңы концерт тәҡдим итә

12 февралдә «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы «Бөйөлөк бар кескәй халҡымда» тип аталған өр-яңы концерт программаһына саҡыра.

«Ашҡаҙар» төркөмө солистары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙарына яҙылған музыкаль әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Тамашасыны  шулай уҡ тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған шағирҙар, ҡурай моңдары көтә

Рәми Ғарипов - күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе. Ул ғүмер буйы ижадында башҡорт телен, тыуған яғын һәм халҡын маҡтаны. Йыл һайын 12 февралдә Башҡортостан халҡы шағирҙы хөрмәтләп иҫкә ала.

Тамаша  киске 6-ла башлана.

Касса телефоны: +7 (3473) 43-98-18.

Билеттарҙы сайт аша һатып алырға, шулай уҡ Пушкин картаһын ҡулланырға була: https://sgtko.ru/afisha/2022/02/12/.

Стәрлетамаҡ филармонияһы Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҡарата өр-яңы концерт тәҡдим итә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb