Стәрлетамаҡ филармонияһында XXX концерт миҙгелен ябыу тантанаһы үтте

Стәрлетамаҡ филармонияһында XXX концерт миҙгелен ябыу тантанаһы үтте

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе XXX концерт миҙгелен япты. 

Үҙенең 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан Бейеү театрының легендар коллективы "Тыныслыҡ гармонияһы менән донъя" концерт программаһын тәҡдим итте. Халыҡ-ара бейеү көнөндә концерт Бейеү театрының ижадын һөйөүселәр, хореография сәнғәте һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелде.

Кисә тантаналы өлөштән башланды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе А.В. Кузьменко, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы З.С. Зиннәтуллин һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры З. Әбдрәхимов барыһын да байрам менән ихлас ҡотланы.

Бейеү театрының баш балетмейстеры Э.М.Дауытова, БР атҡаҙанған артистары Р.Лоҡманов, Р.Хәйруллин, Л. Хәбибуллина, балет артистары Н. Хәйруллина, Д. Хисмәтуллин, А. Арсалова, Э. Яҡупова, Р. Усманова, А. Зарипов, Д. Клименко, филармонияның кейем цехтары мөдире Г.А. Басурина БР мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Почет грамоталары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы мәҙәниәт бүлеге, Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Халыҡтар дуҫлығы йорттары, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин байрам кисәһендә почетлы ҡунаҡ булды. Йөкмәткеле программаның тәүге бүлегендә коллектив яратып өлгөргән билдәле Хәлил Әнүәр улының "Бәйет", "Аттар", "Бүреләр", "Егетлек", "Күбәләк" хореографик композицияларын башҡарҙы.

Шулай уҡ башҡа билдәле балетмейстерҙар - Декалу Музакаев, Айрат Хаматов, Анатолий Музыкантов, Алексей Шишкин, Арман Нурмөхәмәт улы, Эльвира Дауытова һәм Рөстәм Хәйруллин ҡуйған бейеүҙәре менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Филармония солистары: А. Уйылданова, Д. Абдуллина, Г. Татлыбаева, Н. Ғирфанова, И. Әбдрәшитова, С. Сәсәнбаева, Е. Емельянова, А. Арыҫланованың концерты һәм сығыштары биҙәне.

Филармония фойеһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фоторәссам О. Машковскийҙың күргәҙмәһе һәм ҡул эштәре йәрминкәһе ойошторолдо.

Стәрлетамаҡ филармонияһында XXX концерт миҙгелен ябыу тантанаһы үтте
Стәрлетамаҡ филармонияһында XXX концерт миҙгелен ябыу тантанаһы үтте
Стәрлетамаҡ филармонияһында XXX концерт миҙгелен ябыу тантанаһы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb