Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе «Урал легендалары» менән Өфөлә сығыш яһай

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе «Урал легендалары» менән Өфөлә сығыш яһай

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе «Урал легендалары» менән 11 мартта Өфөлә сығыш яһай.
Урал батырҙың данлыҡлы тоҡомонан булған Иҙел батыр ҡыҙы Ағиҙелде бөйөк далалар ханының улы Тураханға кейәүгә бирә. Ҡыҙын оҙатҡанда, ул, ата-бабаларының аманатын – үҙ халҡыңды һаҡлау, яҡлау һәм Ер-әсәнең шифалы күкрәк һөтө тураһында һәр ваҡыт хәтерендә тоторға ҡуша.  Йәштәрҙең мөхәббәтенә Шүлгән батшаның уң ҡулы Ашаҡ ҡамасауларға маташа. Уның ҡарамағында бөтә дейеү ғәскәре һәм Шаман ҡатын була.  Турахан менән Ағиҙелгә уларҙың тоғро дуҫы Ҡара Аҡҡош ергә сир ябырылыуы, һыуҙар ағыуланыуы хаҡында хәбәр еткерә. Ағиҙел кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн Аҡ мәмерйәләге Ер-әсәнең күкрәк һөтөн табырға тейеш. Тик Ағиҙелдең юлында кәртәләр осрай. Кем уға ярҙам итә алыр? Турахан менән Ашаҡтың алышы нимә менән бөтөр?

Тамаша «Башҡортостан» концерт залында киске 7-лә башлана. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb