Стәрлетамаҡ журналистары махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында китап сығарҙы

Стәрлетамаҡ журналистары махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында китап сығарҙы

Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапхана системаһының 3-сө моделле китапхана-филиалы – «Сәнғәт оҫтаханаһы» мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгендә «Ватан саҡырыуы буйынса» китабы менән таныштырҙылар. Баҫма махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған, авторҙары – Стәрлетамаҡ журналистары.

Кисә барышында шулай уҡ хәрби ҡорал һәм һуғыш темаһына арналған әҙәбиәт күргәҙмәләре, «Ашҡаҙар» гәзите ойошторған хәрби-патриотик шиғырҙар конкурсы уҙҙы. Йөкмәткеле сараға журналистар, ирекмәндәр, махсус хәрби операция яугирҙәре, йәш ҡәләм тирбәтеүселәр, студенттар һәм китапхананың даими ҡулланыусылары йыйылды.

«Ватан саҡырыуы буйынса» китабына 2024 йылдың йәйендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары менән махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡан «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуровтың, уның коллегаһы Эльдар Фәттәховтың, шулай уҡ «Стәрлетамакский рабочий» гәзите хәбәрселәре Фаяз Йомағужин, Алексей Матвеев, Екатерина Яковлева һәм Марина Воронованың фронт очерктары ингән.

Авторҙар китап сығарыу ниәтенең нисек барлыҡҡа килеүе һәм уны нисек тормошҡа ашырыуҙары хаҡында һөйләне. Улар шулай уҡ китаптың дауамы өҫтөндә эшләүҙәрен белдерҙе.

Осрашыуға китап геройҙары – махсус хәрби операция яугирҙәре – майор Закир Ташматов менән рядовой Азат Ҡыҙрасов та саҡырылғайны. Улар китап авторҙарына һәм сараны ойоштороусыларға махсус операцияла ҡатнашыусылар хаҡында онотмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яу яланында ла, көндәлек тормошта ла ғорурлыҡҡа һәм ихтирамға лайыҡ булған хәҙерге йәштәргә һоҡланыу белдерҙе.

Йөкмәткеле сығыштар рухлы шиғырҙар менән үреоеп барҙы.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 3-сө модель китапхана-филиалы «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы булдырылды. Милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы буйынса тормошҡа ашырыла. 2025 йылдың 1 ғинуарынан «Мәҙәниәт» милли проектының башланғыстарын «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты дауам итә.

Стәрлетамаҡ журналистары махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында китап сығарҙы
Стәрлетамаҡ журналистары махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында китап сығарҙы
Стәрлетамаҡ журналистары махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында китап сығарҙы
Стәрлетамаҡ журналистары махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында китап сығарҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb