Стәрлетамаҡта халыҡ артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтарҙың бенефисы үтте

Стәрлетамаҡта халыҡ артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтарҙың бенефисы үтте

Кисә ижади ғаиләнең башҡорт театр һәм кино сәнғәтендәге 30 йыллыҡ эшмәкәрлегенә арналды. Ошо уңайҙан ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына йәнә бер өр-яңы спектакль тәҡдим ителде. 

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһен Физәлиә менән Илһам Рәхимовтарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Талантлы, сәхнәгә ғашиҡ актерҙар һоҡланғыс ижади ғаилә миҙгеленең 30 йыллығын билдәләй. 

Был юлы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры репертуары йәнә бер сәхнә әҫәре менән тулыланды. Премьера төрөк драматургы Назым Хикмәттең «Онотолған әҙәм» пьесаһы буйынса әҙерләнгән. Спектаклде режиссер Олег Ханов сәхнәләштергән.

«Онотолған әҙәм» спектакленең премьераһына тамаша ҡылыусылар бер кешенең трагедияһына шаһит булды. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында яҙылыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөнгө көн менән ауаздаш. Әҫәр кешелеклелек сифатын төплө нигеҙ итеп алған. Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар илһамланып йәшәй, ижад итә. Уларҙың сәхнәләге һөйөүе лә, тормоштары ла башҡалар күңелен сафландырырлыҡ көскә эйә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb