7 декабрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллинаның ижад кисәһе була.
Лира Әнүәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ филармонияһында егерме дүрт йыл эшләй, 2009 йылдан художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Ул - филармонияның биш коллективының режиссёры. Ошо осорҙа өс йөҙҙән ашыу яңы концерт программаһы һәм ике мюзикл булдырылды, улар менән Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй төбәктәре тамашасылары ла танышты. Ул республика сараларының, Хөкүмәт концерттарының ҡуйыу төркөмөндә йәлеп ителгән.