Стәрлетамаҡта «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» спектакленең премьераһы үтте

Стәрлетамаҡта  «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» спектакленең премьераһы үтте

Күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» тип исемләнгән сәхнә әҫәренең премьераһы үтте.

Әҫәрҙең исеме ҡыҙыҡ, ә нишләп Люксембург? Был пьеса нимә тураһында һуң? Ҡыҙ бала имәнгә, эйе ағасҡа кейәүгә сығырға йыйына, берәү Аллаһтың үҙен төшөндә күрә лә, ауылға йома көнө Хоҙай килә тип тилерә, өсөнсөһө етмеш йыл иренең һаман да һуғыштан ҡайтыуын көтә, урындағы рәйес ҡытай байына ер һатып байымаҡсы, сибәр ҡатын иренән ҡасып мулла ҡосағына инә, ябай көтөүсе шағир булып сыға... Ҡәҙимге ауылдың сәйер кешеләренең башҡа һыймаҫ ҡылыҡтары. Ә Люксембург?

Ҡуйыусы режиссеры - Айҙар Зарипов, спектаклде сәхнәгә  ҡуйыусы рәссам – Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, вокал буйынса педагог – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әфәрим Аҡсурин, хореограф – БР атҡаҙанаған артисы Сулпан Асҡарова.

Драма артистары тамашасы иғтибарына спектаклде бөтөнләй икенсе йүнәлештә тәҡдим итте. Ул театр сәнғәтенең үҙенсәлекле фантасмогория жанрында ижад ителгән. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ артистары яҙыусы-драматург Мөнир Ҡунафин менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Бынан ике йыл элек коллектив  ижадсының «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын» тип исемләнгән әҫәрен ҡуйғайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb