Стәрлетамаҡта “Милли театр һәм уның киләсәге” тигән темаға һөйләшеү үтте

Стәрлетамаҡта  “Милли театр һәм уның киләсәге” тигән темаға һөйләшеү үтте

2019 йыл – илебеҙҙә рәсми рәүештә Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә театр һөйөүселәр клубы ойошторолдо.

Берҙәм эштең һөҙөмтәләре лә ыңғай һәм юғары булыуын аңлаған милләттәштәр, фекерҙәштәр “Милли театр һәм уның киләсәге. Стәрлетамаҡ театрына атларға йүнәлеште бергә күрһәтәйек” тигән темаға арналған һөйләшеүгә ихлас ҡушылды.

Сараның модераторы булып Стәрлетамаҡта, Башҡортостандаа ғына түгел, башҡа республика һәм өлкәләрҙә билдәлелек яулаған театрҙың режиссеры Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов сығыш яһаны. Осрашыуҙың ҡунаҡтары театр-концерт берләшмәһенең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Зәбих улы Әбдрәхимов, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Марат улы Зарипов, Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Әнүәр ҡыҙы Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәмәҙийәр ҡыҙы Хәлилова, талантлы артистар Резеда Салауат ҡыҙы Әмәкәсова, Фәрзәнә Йәһүҙә ҡыҙы Ғөбәйҙуллина булды.

Фекер алышыуҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, китапхананың “Етегән йондоҙ” һәм “Аҡинәйҙәр” клубы вәкилдәре, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледж уҡытыусылары, медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, урындағы журналистар ҡатнашты.

Тәүге һүҙ берләшмә директоры Харис Зәбих улына бирелде. Ул, үҙ йәһәтендә, асыҡ һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, осрашыуҙың төп маҡсаттарын күҙалланы, берләшмәнең уҙған йыл йомғаҡтарына һәм ағымдағы йыл пландарына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

2018 йыл Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры һәм филармония коллективтары өсөн уңышлы йыл булды.

Тамашасыға бөтәһе алты премьера тәҡдим ителде – Р.Кинйәбаевтың “Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!”, Б.Рацер, В.Константинов пьесаһы буйынса “Ҡарауыл! Атай өйләнә”, М.Задорновтың “Килдең, киттең, хуш байғош” комедиялары, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы проекты буйынса ҡуйылған М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” тарихи драмаһы, Спартак Ильясов романы буйынса эшләнгән “Биғылый” спектакле һәм балалар өсөн Яңы йыл әкиәте. Биш спектакль үҙебеҙҙең режиссерҙар тарафынан ҡуйылһа, “Биғылый”ҙы сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сығарҙы. Филармония артистары ҡатнашлығындағы “Урал легендалары” мюзиклы ла (сценарий авторы – Башҡоростандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина) ҡала мөхитендә генә түгел, ә республика сәнғәтендә оло ваҡиғаға әүерелде.

Быйыл да бик мөһим һәм күләмле эштәр көтөлә. Ә.Хәкимов романы буйынса “Ҡуштирәк” спектакле өҫтөндә эш башланды. Розалия Солтангәрәева сценарийы буйынса “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө “Рух асылы” тип аталған яңы проект өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ, башҡорт драма театры “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телдәр фестивалендә, “Науруз” халыҡ-ара төрки халыҡтар театр фестивалендә, Волгоград өлкәһе Камышин ҡалаһында үтәсәк Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә ҡатнашырға саҡырыу көтә. 11-13 мартта Өфөгә яңы өс премьераның – “Урал легендалары” мюзиклы, “Ашҡаҙар”, “Биғылый” спектаклдәре менән гастролдәр планлаштырыла.

Артабан Зиннур Фәрит улы: “Милли театрҙың бөгөнгө миссияһы” тигән йүнәлештә һөйләшеүҙе дауам итергә саҡырҙы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова башҡорт театрының заманға ярашлы әүҙем эш алып барыуын, үҫешен, үҙенсәлеген әйтеп үтте. Үрҙәге йүнәлеш буйынса иһә йәштәрҙе йәлеп итеү ысулдарына иғтибарҙы арттырырға кәрәк, тип билдәләне. Педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина театрҙың үҙенең урыны, тамашасыһы булыуына һөйөнөсөн белдерҙе һәм айлыҡ репертуарҙы төҙөгәндә ҡала мәҙәниәт йорттарында буласаҡ тамашаларҙы лакүҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итте. “Сөнки бер юлы бер нисә сараның тап килеүе тамашасыны икеләнеүгә һала”, - тине. Шулай уҡ, “Иң әүҙем тамашасы” номинацияһын булдырырға тигән тәҡдим индерҙе. Филология фәндәре кандидаты, төрки телдәр деканы Илешева Рәйсә Хәким ҡыҙы бындай осрашыуҙар эшлекле һөйләшеүгә ҡоролорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтәнә алып үтте. “Башҡорт театрының бөгөнгө төп миссияһы – милли мәҙәни мөхит булдырыуға, тыуған телде һаҡлауға ҡайтып ҡала”, - тине ул һәм эш тап ошо йүнәлештә етди алып барылырға тейешлеген дә әйтте.

Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы кафедра мөдирҙәре, декан урынбаҫарҙары, доценттар, уҡытыусылары Мансуров Илсур Сәлихйән улы, Үтәев Айнур Фәнис улы, Мөкимова Нәсимә Әнүәр ҡыҙы, Давлетова Миңзәлә Ишдәүләт ҡыҙының ҡатнашып, төплө, һөҙөмтәле эш өсөн кәрәкле фекерҙәрен еткереүҙәре оло баһаға лайыҡ.

“Аҡинәйҙәр” клубы етәксеһе Вәсилә Халиҡова, А.Инан исемендәге милли китапхананың мөдире Нәзифә Иҫәнғужина, 2-се һанлы поликлиникаһының акушер-гинекологы Гөлсөм Иралина, социология фәндәре кандидаты Сәйҙә Әхмәтвәлиева, медицина колледжы һәм күп профилле профессиональ колледжының башҡорт теле уҡытыусылары Раушания Йомағужина һәм Гөлфиә Ноғоманова, Бөтә донъя башҡорт йәштәр ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе Эльвира Әсфәндийәрова, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева, 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡытыусыһы Рәмзиә Ишмөхәмәтова, “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фаяз Йомағужин, һөйләшеүгә ихлас ҡушылып, үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен асып һалды.

Осрашыу барышында “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров та башҡорт театры менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең ыңғай яҡтарын әйтеп үтте һәм артабан Театр йылына арналған аралашыуҙы редакцияла дауам итергә тәҡдим яһаны. “Башҡорт драма театры тамашасылары улар беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ, шуға күрә берҙәм эш талап ителә”, - тине ул.

Осрашыу ихлас, йылы мөхиттә үтте. Башҡорт театр сәнғәтенә битараф булмаған фекерҙәштәребеҙ булғанда, ижад майҙаны гөрләп торор, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb