Стәрлетамаҡта моңға бай гармун байрамы үтте

Стәрлетамаҡта моңға бай гармун байрамы үтте

Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында үткәрелгән Фәтих Ихсанов исемендәге республика гармунсылар конкурсы шулай тип атала. 
Стәрлетамаҡта республика бәйгеһенә һайлап алыу туры үтте. Сарала 14 гармун оҫтаһы ҡатнашты. Иң өлкән гармунсы Исмәғил Сәғиҙуллинға - 78 йәш. Исмәғил ағай гармунда 16 йәшенән уйнай башлаған. Тоғро дуҫы һәм юлдашына әйләнгән гармуны был юлы ла һынатманы, ағайыбыҙ икенсе урын алды. Ишембай районы Үрге Әрмет ауылы егете ул, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
Гран-приға Илһам Хәмитов лайыҡ булды. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр кемгә мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән диплом, гөлләмәләр тапшырылды. 
Ә 25 -26 майҙа Яңауыл ҡалаһында республика кимәлендә уҙғарыласаҡ бәйгелә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өс гармунсы ҡатнашасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb