Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә

Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә

12 февралдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе сәхнәһендә Бейеү театры «Ата-бабаларҙың мираҫын һаҡлап» тигән өр-яңы программаһын тәҡдим итә.

Мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл мөнәсәбәте менән билдәле коллектив халыҡ йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнгән хореографик композициялар һәм бейеүҙәр тәҡдим итәсәк. Шул уҡ ваҡытта тамашасылар ата-бабалар ҡалдырған бай мираҫтың беҙҙең көндәрҙә лә ни тиклем көнүҙәк булыуын сағылдырған саманса сығыштарҙы күрәсәк.

Бейеү театрының төп маҡсаты – күсәгилешлекте һаҡлау, традициялар менән замансылыҡты килешле итеп берләштереү. Яңы программаға Бейеү театрына нигеҙ һалған танылған хореограф, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлил Ишбирҙин ижад иткән, тамашасылыр яратып ҡараған композициялар ҙа ингән. Шулай уҡ коллективтың баш балетмейстеры, БР-ҙың халыҡ артисы Эльвира Дауытова һәм БР-ҙың халыҡ артисы Риф Ғәбитов ҡуйған хореографик композициялар буласаҡ.

Йәш сикләүе: 6+

Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb