Стәрлетамаҡта Ғаилә йылына бағышланған "Етегән" конкурсы уҙғарыла

Стәрлетамаҡта Ғаилә йылына бағышланған "Етегән" конкурсы уҙғарыла

Башҡортостанда Ғаилә йылында "Етегән" конкурсына старт бирелде. Уны Cтәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ойоштора. Бәйгелә һәр кем ҡатнаша ала, ул ете номинацияла уҙғарыла.

— Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү

— Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу

— Иң яҡшы бейеү (дуэт)

— Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ)

— Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар

— Һөйөү темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр

— Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.

Ижади эштәрҙе 20 февралгә тиклем ҡатнашыусының ғаризаһы менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb