Стәрлетамаҡта ҡыҫҡа метражлы балалар киноальманахы етештереү проекты эшләй башланы

Стәрлетамаҡта ҡыҫҡа метражлы балалар киноальманахы етештереү проекты эшләй башланы

Стәрлетамаҡта “Шаяртып та, ысынлап та” исемле ҡыҫҡа метражлы балалар киноальманахы етештереү буйынса проект эшләй башланы.

Проект “Сотворение” балалар киноһы үҫеше фонды тарафынан Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәте үҫешенә йүнәлтелгән грантын ҡулланып тормошҡа ашырыла.  1 июлдән киноальманахта төшөргә теләүсе 9 йәштән  16 йәшкә тиклемге балалар араһында онлайн-кастинг иғлан ителде. Профессиональ жюри улар араһында 20 баланы һайлап аласаҡ.

“Сотворение” Фонды командаһы “Шаяртып та, ысынлап та” проектын 8 йыл дауамында алып бара. Ҡазан, Һамар, Һарытау, Калуга, Пенза ҡалаларында киноальманахтың 30 миҙгеле төшөрөлгән дә инде. Уның фильмдары 100 тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булды. Улар Рәсәйҙең, Белоруссия һәм Ҡаҙаҡстандың 90-дан ашыу телеканалында күрһәтелә.

Сентябрҙән Стәрлетамаҡта фильм төшөрөү башланасаҡ һәм 3-4 ай дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә балалар актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, пластика буйынса оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ, тәжрибәле педагогтар менән шөғөлләнәсәк. Әйтергә кәрәк, сценарий һайлап алынған балаларҙың йәшен, тышҡы ҡиәфәтен, һәләтен иҫәпкә алып яҙыла. Һәр бер сценарийҙа 2-3 төп роль, шуға күрә һәр бер ҡатнашыусы фильмдарҙың төп геройына әүерелә аласаҡ.

Фильмдарҙың сюжетында мәктәп, үҫмерҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән мөнәсәбәте темалары сағыласаҡ. Жанрҙар буйынса ла фильмдар төрлө булырға тейеш: мелодрама, притча, комедия, мистик йә детектив жанр. Әммә барыһы ла юмор менән буласаҡ.

Онлайн-кастингта ҡатнашыу өсөн “Сотворение” фондының сәхифәһенә заявка ҡалдырып, видеояҙма төшөрөп ебәрергә кәрәк.

Проектың фильмдары менән һылтанма аша танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb