Стәрлетамаҡтағы Абдулҡадир Инан исемендәге үҙәк китапханала Театр йылына арналған күркәм сара үтте

Стәрлетамаҡтағы Абдулҡадир Инан исемендәге үҙәк китапханала Театр йылына арналған күркәм сара үтте

Театр йылына арналған сараларҙың береһен Стәрлетамаҡтағы Абдулҡадир Инан исемендәге үҙәк китапхана ойошторҙо. Республикабыҙ театр сәнғәтендә мөһим урынды биләгән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы маҡсат итеп алған осрашыуҙы китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина алып барҙы.

“Театр – таланттар төйәге” тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, “Етегән йондоҙ” һәм “Ағинәйҙәр” клубы вәкилдәре, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары һәм студенттары, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледж уҡытыусылары, студенттары, Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, урындағы журналистар ҡатнашты.

Осрашыуға килеүселәрҙең һорауҙарына Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры режиссеры Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов, талантлы артистар - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова, Марат Зөбәйеров, Фәнил Ҡарасурин, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова яуап бирҙе.

Театр йылындағы яңылыҡтар, пландар, ҡуйыласаҡ спектаклдәр тураһында Зиннур Фәрит улы бәйән итһә, тамашасыларҙың яратҡан артисы Марат Зөбәйеров образдар өҫтөндә нисек эшләүен ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ләйсән Кәримова Спартак Ильясов романы буйынса ҡуйылған һуңғы премьераларҙың береһе – «Биғылый» спектаклендә үҙенсәлекле ролен нисек тыуҙырыуы хаҡында һөйләне, ә йәш актер Фәнил Ҡарасурин Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар башҡорт театрының тоғро тамашасылары театр репертуарындағы барлыҡ спектаклдәргә ҡарата иң йылы һүҙҙәрен һәм ихлас ҡараштарын еткерҙе. Бигерәк тә “Ашҡаҙар” (М.Буранғолов), “Биғылый” (С.Ильясов) спектаклдәре буйынса һөйләшеү йәнле барҙы.

Китапхана эстафетаны башҡорт театрына тапшырҙы. 24 ғинуарҙа көндөҙ сәғәт 4-тә барлыҡ театр һөйөүселәр өсөн асыҡ һөйләшеү ойошторола. Осрашыуҙан һуң “Биғылый” спектаклен ҡарау мөмкинселеге тәҡдим ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb