15 ғинуар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң «Аҡ моңдарға сорнап ҡарҙар яуа» исемле концерт-программаһына саҡыра.
Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур, үҙенә генә хас буяуҙары, энергетикаһы менән айырыла, әммә фәҡәт ҡыш айҙары ғына әйләнә тирәбеҙҙе ап-аҡ нурға мансып, сафлыҡ өрә. Ҡырпаҡ ҡарҙар менән бергә беҙҙең күңелдәр ҙә сафлана. Ошондай матур тойғоларға бирелеп, Ашҡаҙар эстрада-фольклор төркөмө тамашасыларға хисле-моңло кисә тәҡдим итә. Серле йыр иленә сәйәхәткә филармонияның талантлы артистары менән бергә сығырға саҡырабыҙ.
Тамашала Башҡортотсандың халыҡ артисы Алберт Шаһиев, Башҡортостандың атғаҙанған артистары: Рәмил Әүбәкиров һәм Ғафуан Фазуллин, шулай уҡ талантлы Зөлфиә Әүбәкирова, Ришат Хәмитов, Гүзәлиә Татлыбаева башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңлеғәле Хәсәнов, Динар Абдуллин һәм Азамат Асаинов башҡарыуында дәртле ҡурай моңдары күңелдәргә илһам бирер, кәйефтәрҙе күтәрер. Ә инде Бейеү театры артистары Рудамир менән Сулпан Басыровтарҙың дәртле бейеүҙәре кисәгә йәм өҫтәр.
Белешмә өсөн телефон: 8 (3473)43-98-18.
Билеттарҙы Пушкин картаһы менән һәм онлайн берләшмәнең рәсми сайтында һатып алырға мөмкин.