Стәрлетамаҡтың рус театры Пермь ҡалаһында уҙасаҡ фестивалдә ҡатнашасаҡ

Стәрлетамаҡтың рус театры Пермь ҡалаһында уҙасаҡ фестивалдә ҡатнашасаҡ

1-7 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус дәүләт драма театры Макдонахтың III театр фестивалендә ҡатнаша. Театр «Матурлыҡ королеваһы» спектаклен күрһәтәcәк.

2014 һәм 2016 йылдарҙа ойошторолған тәүге ике фестиваль төрлө ил театрҙарының билдәле ирланд Макдонах сәнғәтен популярлаштырыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүен күрһәтте. Мартин Макдонах — Британия-Ирландия кинорежиссеры, сценарист, продюсер һәм драматург. «Матурлыҡ королеваһы» спектакле быйылғы фестивалдә иң популяр тамашаларҙың береһе булмаҡсы. Тамашасылар уның Ҡаҙағстан, Сыктывкар, Иркутск, Стәрлетамаҡ театрҙары башҡарыуында дүрт вариантын ҡарай ала. 

Быйыл фестиваль Пермдең «У Моста» театрының 30 йыллығына бағышлана һәм тағы ла үҙенсәлеклерәк булырға вәғәҙәләй. Фестиваль программаһында – яңы танылған ҡатнашыусылар. Европалағы легендар театрҙарҙың береһе, Чехиянан ČINOHERNÍ KLUB «Безрукий из Спокэна» һәм «Палачи» спектаклдәрен күрһәтә. Тап ошо театр һәм чех режиссеры Ондрей Сокол Европаға драматург Макдонахты асты ла инде. Румыниянан ACT Theatre «Человек-Подушка» пьесаһын килтерә.

Бынан тыш, фестиваль программаһында Рәсәйҙең төп театр тәнҡитселәренең лекциялары һәм режиссерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb