«Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры Ырымбур өлкәһендә гастролдә

«Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры  Ырымбур өлкәһендә гастролдә

14 - 17 октябрҙә «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры  «Балалар һәм йәштәр өсөн Ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программа сиктәрендә Ырымбур өлкәһендә гастролдә.

Коллектив был программала икенсе тапҡыр ҡатнаша.

Барлығы Ырымбур өлкәһенең Медногорск, Гай, Орск ҡалаларында 9 ҡуйылыш тәҡдим ителәсәк.

Бәләкәй балалар өсөн спектакли «День-невезень» (Н.Чапайкин), «Чудо в перьях» (В.Афонин), «Вверх тормашками» (К.Драгунская) әҫәрҙәре ҡуйыласаҡ.

«Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры 1993 йылда,ҡала Советы Президиумы ҡарары менән студия «Сулпан» Сибай ҡала балалар театрына әйләнә, уға «Огонёк» кинотеатры бинаһы бирелә.

Тәүге тапҡыр республика театр коллективтары фестивалендә ҡатнашып, «Сулпан» «Сал Урал — мөғжизәләр иле» спектакле менән тамашасыларҙың ғына түгел, жюриҙың да иғтибарын яулай, йәш ижади коллективҡа бер һүҙһеҙ юғары баһа бирелә.

2001 йылда театр коллективы «Ҡолонсаҡ» балалар театрҙары фестивалендә ҡатнашып, өс номинацияла еңә. Тамашасылар алдына И. Әлмөхәмәтовтың «Йөрәк сере» пьесаһын йәш режиссер Борис Мәхмүтов һынландыра.

«Сулпан» балалар театрында ысын сәхнә оҫталары — Альбина Вәлиева, Гөлназ Исламғолова, Фәһим Сөнәғәтов; талантлы актерҙар — Земфира Алтыншина, Зинфира Юлмөхәмәтова, Рәмзиә Сөнәғәтова, Зәлиә Ҡашҡарова, Светлана Ҡарабаева, Юлай Әлмөхәмәтов, Данис Искәнйәров, Юлдаш Юлдыбаев, Айгөл Оморҙаҡова, Илгизә Байназарова, шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡарыусы Илфат Мерәҫов һәм халыҡ инструменттарында оҫта уйнаған Баязит Ғәйнуллин хеҙмәт итә.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 20 июнендә сыҡҡан ҡарары менән республика дәүләт учреждениелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен яҡшыртыу маҡсатында театр Сибай концерт-театр берекмәһенә ҡушыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb