"Сулпан" театры "Тылсымлы ҡурай" спектаклен күрһәтте

"Сулпан" театры "Тылсымлы ҡурай" спектаклен күрһәтте

«Сулпан» балалар театры Театрҙар декаднигы сиктәрендә Өфөлә "Тылсымлы ҡурай" спектаклен күрһәтте. Дамир Йосопов инсценировкаһы буйынса ҡуйылған тамаш «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театр - балаларға» проекты сиктәрендә ҡуйылды.

Режиссеры – Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Альберт Нестеров, композиторы – Магуля Мезинова, хореографы - Ольга Даукаева.

Аҡбуҙат, Урал батыр һәм Юлдыбай - спектакдең төп геройҙары, йәш тмашасыларҙы батырлыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек төшөнсәләре менән таныштырҙы. Башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡуйылған заманса тамаша барыһына ла бик оҡшаны. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb