Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы

Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы

Ошо көндәрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡортостандан ҙур делегация булып китте. 9-11 сентябрҙә бында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Сара Башҡорт тарихы йылына арналды. Бай программала оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, лекциялар, ғилми конференциялар, осрашыуҙар, күргәҙмәләр һәм концерттар ҡаралғайны.

Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы - Свердловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен асыу тантанаһы 10 сентябрҙә уҙҙы. Рәсми өлөштә Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Свердловск өлкәһенең эске сәйәсәт Департаменты етәксеһе урынбаҫары Елена Губина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарихсылар, өлкәнең башҡорт ойошмалары ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының билдәле сәнғәт оҫталары Красноуфимск ҡалаһында һәм Первомайский ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн халыҡ бейеүҙәре, башҡорт йырҙары һәм милли музыка ҡоралдарында - ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала –  уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтерҙе. Уларҙа барлығы 150-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Башҡортостан Республикаһының Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының билдәле "Далан" фольклор-эстрада төркөмө артистары концерты менән тамамланды.

Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb