Свердловск өлкәһенең 70 тораҡ пунктында 10 779 кеше "Һеңлекәш" һәм "Өфөнән һөйөү менән" кинофильмдарын ҡараны. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы - Свердловск өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге коммерцияға ҡарамаған фильмдар күрһәтте.
Айнур Асҡаровтың "Өфөнән һөйөү менән" тигән мажаралы комедияһы Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм уның кешеләре тураһында һөйләй. Фильм бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
"Фильмдар 2021 йылдың өсөнсө кварталы буйына күрһәтелде. Мәҙәниәт учреждениеларының әүҙемлеге ҡыуандырҙы. Ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған проектты тормошҡа ашырыуыбыҙ ҡыуандыра, - ти Свердловск өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Светлана Ҡолмырҙина. – Тәүҙә фильмдарҙы Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә күрһәтергә тип уйлағайныҡ, тик халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы көслө булғас, сараны тағы ике айға оҙайттыҡ ".
Фильмдарҙы күрһәтеү Свердловск өлкәһенең һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлыҡтары, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҡатнашлығында ойошторолдо.