Свердловск өлкәһендә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа унарға өйрәнеү, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте

Свердловск өлкәһендә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа унарға өйрәнеү, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте

Свердловск өлкәһенең Каменску-Уральск ҡалаһында башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурай, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бер нисә күнекмә барышында ҡатнашыусылар халыҡ музыка ҡоралдары менән танышты, уларҙың тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, яңы халыҡ көйҙәрен өйрәнде.

Ҡурай буйынса дәрестәрҙе Ирек Әхмәҙиев алып барҙы, ҡумыҙҙа Миңлеғәфүр Зәйнетдинов уйнарға өйрәтте. Азамат Кәримов иһә бер нисә дәрес барышында 4 бейеүҙе һалып өлгөрҙө.

Бындай оҫталыҡ дәрестәре БР мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Свердловск өлкәһендә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа унарға өйрәнеү, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb