Сыктывкарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ

Сыктывкарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хәбәр итеүенсә, Коми Республикаһында быйыл май айында ғына ойошторолған Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы “Регион добрососедства” республика конкурсында ҡатнашып, Сыктывкарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре үткәреүгә 70 мең һумлыҡ грант отҡан.

Сара быйыл 15-17 ноябрҙә үткәреләсәк. Сыктывкар башҡорттары Коми халҡын төп уйын ҡоралыбыҙ ҡурай менән таныштырырға, Башҡортостан рәссамдарының картиналарынан күргәҙмә ойошторорға йыйына. Ойошма етәксеһе Рәүҙәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостандан ижади делегация килеүе көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb