Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
СЫУАШ МӘҘӘНИӘТЕН ҺАҠЛАУСЫЛАР
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 17 ноябрь 2016
СЫУАШ МӘҘӘНИӘТЕН ҺАҠЛАУСЫЛАР
Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин ауылының «Сеспель» сыуаш халыҡ фольклор ансамбле үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
30 йыл элек Гөлнур Йәүҙәт ҡыҙы Ахунйәнова, ул саҡтағы мәҙәниәт йорто етәксеһе, халыҡ йырҙарын һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу ниәтендә ансамбль төҙөргә уйлай. Ошо йылдар эсендәге ансамблдең сығыштарын һанап та бөтөрлөк түгел. Шулай уҡ улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендәге байрамдарҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. 2002 йылдан алып ансамблде Серафима Егорова етәкләй. Ул 7 йыл баш ҡалабыҙҙағы «Нарспи» фольклор-этнографик ансамблендә йырлай. Көйөргәҙегә күсеп ҡайтҡас, йыр-моңға булған мөхәббәте уны «Сеспель»гә алып килә. 2007 йылға хәтлем халыҡ ансамбле Павловка клубының үҙешмәкәр коллективы менән бергә эшләй. Шул йылды Павловка ауылы йәштәре үҙҙәренең «Янрав» тигән сыуаш коллективы ойоштороп, айырылып сыға. 2010 йылдан алып «Сеспель» ансамблен Владимир Александрович Быков етәкләй. Коллектив бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттарына эйә.
Юбилей уңайынан Керәүле-Илюшкин ауыл мәҙәниәт йортонда ҙур сара уҙҙы. Уларҙы оло юбилейҙары менән ҡотларға Өфөнән Респуб-лика сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Леонид Павлович Михайлов, район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова, ра-йон мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Марат ҡыҙы Тураева, райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Васильевна Барановская килде. Люциә Тәлғәт ҡыҙы район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм бүләккә 30 мең һум аҡса тапшырҙы. Леонид Павлович район хакимиәте башлығы исеменә республиканың сыуаштар мәҙәниәте йәмғиәтенән Рәхмәт хаты һәм бик күп бүләктәр алып килгән. Светлана Марат ҡыҙы ла буш ҡул менән килмәгән, ул ансамблгә ноутбук бүләк итте, Почет грамоталары тапшырҙы. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Леонидович Ворошилов һәм ансамбль барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән, ҙур ярҙам күрһәткән Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильева үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, юбилярҙарҙы Рәхмәт хаттары, бүләктәр менән ҡыуандырҙы. «Йәшлек» директоры Ирина Барановская ла коллективты үҙенең матур бүләктәре менән һөйөндөрҙө. Павловканың «Янрав» ансамбле коллегаларына моңло йырҙар йырлап, киләсәккә аҡ юл теләне.
Валентина МАКАРОВА, Керәүле-Илюшкин ауылы мәҙәниәт йорто мөдире
Сығанаҡ: Күмертау ҡалаhы hәм Көйөргәҙе районының “Юшатыр” ижтимағи-сәйәси гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө