Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Сыуашстанда юморист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе уҙҙы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 03 ноябрь 2016
Сыуашстанда юморист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе уҙҙы
Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле, тигән сыуаш халыҡ мәҡәле бар һәм был ысынында ла шулай.
Күптән түгел Сыуашстан Республикаһында билдәле башҡорт сатиригы һәм юморисы, “Алеко” халыҡ-ара әҙәбиәт, Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге премиялар лауреаты Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булып үтте.
Ике республика халыҡтарын ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
Марсель Шәйнур улы Сәлимов — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы , журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Чебоксар ҡалаһы Матбуғат йортоноң конференц залына билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар, журналистар, ижади ойошмалар етәкселәре, Сыуашстан Республика баҫмаларының мөхәррирҙәре йыйылғайны.
Кисәне Сыуашстан Республикаһының профессиональ яҙыусылар Союзы рәйесе Геннадий Максимов ялҡынлы сәләмләү һүҙҙәре менән асты.
Марсель Сәлимовтың юмористик әҫәрҙәрен беренселәрҙән булып тәржемә итеүселәр билдәле сыуаш яҙыусылары “Капкан” сатирик журналының элекке мөхәррире Николай Максимов һәм Владимир Кузьмин. Сыуаш яҙыусылары тәүге тапҡыр Мар. Сәлим менән 1980-се йылдағы осрашыу мәлен иҫкә төшөрҙөләр, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға туҡтап хәтер йомғағын һүттеләр.
Николай Максимов үҙ сығышында: “Беҙҙең Мар. Сәлим тормошта ла, ижадта ла батыр сатириктарҙың береһе” тигән һүҙҙәр яңғыратты. Владимир Кузьмин башҡорт сатирик дуҫына сыуаш телендә яңы ғына баҫылып сыҡҡан “Һөйәкһеҙ тел” («Язык без костей») исемле китабын бүләк итте.
Сыуашстандың халыҡ шағиры Валери Тургай Марсель Сәлимовтың шиғырҙарын сыуаш телендә уҡып яңғыратты. Раиса Сарби башҡорт сатирыгына арнап юмористик бағышлама менән сығыш яһаны.
Виталий Енеш, Порфирий Афанасьев, Юрий Сементер, Борис Борлен, Анатолий Смолин тәржемәһендәге башҡорт сатирыгы әҫәрҙәре Сыуашстан нәшриәттәрендә әленән-әле донъя күреп тора.
«Таван Атал» журналы мөхәррире Василий Кошкин-Кервен хәбәр итеүенсә, сираттағы номерҙа Сыуашстандың халыҡ шағиры Юрий Семендер тәржемәһендә Марсель Сәлимовтың яңы шиғырҙары донъя күрәсәк.
Һуңғы йылдарҙағы ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимов “Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы лауреаты” тигән маҡтаулы исем эйәһе лә. Был премия сит илдәрҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған иң юғары билдә. Яҙыусы-сатирик, шағир һәм журналисҡа был мәртәбәле исем Рәсәй Милли артий хәрәкәте Оло баһаламаһының (жюри) даими коллегияһы тәҡдиме менән бирелә.
Марсель Сәлимов был наградыны юҡҡа ғына алмаған – 35 китап авторының ижад емештәре Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Чебоксар ҡалаларындағы нәшриәттәрҙә урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш һәм болгар телдәрендә нәшер ителде. Шулай уҡ Марсель Сәлимов –Рәсәйҙә тәүге тапҡыр нәшер ителгән ике томлыҡ “Әскелле-сөскөллө” әҫәрҙәрҙең сатирик энциклопедияһының авторы ла.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө