Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә Р. Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале Лев Степановтың һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» милли балеты менән асыла.
23 майҙа фестиваль барышында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған яңыртылған балеттың премьераһы көтөлә.
«Сыңрау торна» милли балетының авторы — театрҙың баш рәссамы һәм республиканың төп рәссамдарының береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, М.В. Нестеров исемендәге премия лауреаты, профессор Рифҡәт Арыҫланов.
Спектаклдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының төп солистары — Башҡортостандың халыҡ артистары, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Гөлсинә Мәүлекәсова (Зәйтүнгөл), Илдар Маняпов (Йомағол), Сергей Бикбулатов (Арыҫланбай) һәм башҡа артистар сығыш яһай.
«Сыңрау торна» балеты уҙған быуаттың 40-сы йылдарында Лев Степанов менән БАССР-ҙың Сәнғәт эштәре буйынса идаралығы араһындағы килешеү буйынса ижад ителгән. Йәш Заһир Исмәғилев композиторҙың башҡорт фольклоры һорауҙары буйынса консультанты була. Башҡорт легендаларына нигеҙләнгән либретто авторы булып билдәле бейеүсе Фәйзи Ғәскәров сығыш яһай; үҙенең хеҙмәтен ул Зәйтүнгөл партияһын тәүге башҡарыусы Зәйтүнә Насретдиноваға арнаған.
Балетты ҡуйыу өсөн Киров исемендәге Ленинград академия опера һәм балет театры (хәҙер — Мария театры) балетмейстеры Нина Анисимова саҡырылған. Уға милли һыҙаттарҙы асырға Фәйзи Ғәскәров менән бергә Йомағол партияһын беренселәрҙән булып башҡарған Хәләф Сафиуллин ярҙам иткән. Премьера БАССР-ҙың 25 йыллыҡ юбилейына бағышланған һәм кисәләр серияһы рәүешендә тормошҡа ашырылған: 1944 йылда театрҙа бер нисә ай буйына балеттың яңы өҙөктәре күрһәтелгән.
«Сыңрау торна» балеты Өфө театрының репертуарынан төшкәне юҡ. Балет Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә (1997) ҙур уңыш ҡаҙанды. Уның өҙөктәре Бөйөк Британияла, Болгарияла, Польшала, Ҡытайҙа һәм башҡа илдәрҙә күрһәтелде. 1960 йылда Свердловск киностудияһында спектакль буйынса фильм-балет төшөрөлдө.
Мәғлүмәт өсөн: Сыңрау торна — башҡорт халыҡ көйө. Көйҙөң, халыҡ хәтерендә быуаттар төпкөлөнән килгән риүәйәте лә бар. Ошо халыҡ көйөнә башҡорт шағиры, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәми Ғарипов шиғыр яҙған. Бөгөнгө көндәрҙә был ҡурайсылыр яратып башҡанған, йырсылар өҙөлөп йырланған, халыҡта илһөйәрлек хистәрен тирбәткән йырҙарҙың береһе.
Борон Урал арты башҡорттары илендә бик көслө батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә ала торған күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған, ти. Иленә килгән яуҙарҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ерен-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә лә әҙер торған, ти, ул. Шундай бәһлеүән булыуы өҫтөнә ул шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған, ти. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ишетелеп торған.
Был батыр әйләнеп оҙаҡ ғүмер иткәс, ҡатыны ҡурғаш кеүек ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. «Атаһынан да батыр булыр был»,— тип һоҡланыр булғандар быға.
Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була. Атанан күргән уҡ юна, тигәндәй, шәп ҡурайсы булып та даны тарала.
Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип атаһы уға кәләш тә әйттерә. Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирә. Яҙҙың матур бер көнөндә йәш батыр ҡайны йортона китә. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә был. Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала. Түҙмәй, йүгерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашып, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһына түңәрәкләнеп теҙелгәндәр ҙә уйнайҙар. Урталарында яңғыҙ торна баҫып тора. Ул, ҡанаттарын ҡағып, моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡыскырып, ҡанат ҡағып түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торналарҙың сыңлап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп тыңлай, йөрәгенә һеңгәнсе, отоп алғансы тыңлай. Шунан, онотолоп ҡуймаһын тип, ҡабатлай-ҡабатлай, тиҙ генә күк толпарын менә, уҡтай атылып, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, инде көй булып етешкән торна сыңрауын уйнап та ебәрә.
Халыҡ йыйыла. Олоһо ла, йәше лә, бала-саға ла ҡалмай. Бер аҡ һаҡаллы ҡарт:
— Бындай ғәжәп моңло көйҙө ҡайҙан өйрәндең, әллә үҙең сығарҙыңмы? — тип һорай.
— Юҡ, олатай,— ти егет, ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирә. Халыҡ үҙ-ара геүләшеп китә, күңелдәренә шик-шөбһә төшөп, йорт-илгә бәлә-ҡаза килмәһә ярар ине, тип борсола башлайҙар.
— Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән ата-олатайҙар,— ти аҡ һаҡаллы ҡарт.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батыр ашығыс рәүештә атаһы янына ҡайтып китә. Атаһына ҡайны йортонда күргән хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.
— Дөрөҫ, улым, сыңрау торна уйнаған ерҙә яу булыр, илгә бөлгөнлөк килер, тигән боронғолар. Бындай яуҙарҙы атайың да күп күрҙе,— ти ҡарт батыр.— Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралдарымды һиңә тапшырам. Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә, илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр, илеңә, ырыуыңа тоғро бул, шунда ғына бәхетле булырһың. Васыят был. Хәҙер үк иң ышаныслы кешеләрҙән ғәскәр тупла…
Йәш батыр, тирә-яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән, ти. Ысынлап та, күп тә үтмәй, илде яу баҫа. Батыр егет уҡсылары менән уға ҡаршы сыҡҡан, дошмандарҙы, күҙ күреме ерҙән уҡ менән атып, аяуһыҙ ҡырған.
Яуҙы баҫтырғас, бер нисә көн буйы байрам булған. Егетте ил батыры итеп данлағандар. Шунан бирле сыңрау торналарҙың моңо, ҡурайға һалынып, «Сыңрау торна» исеме менән йөрөтөлә. Ә яғаһында һуғыш барған күл Яугүл булып ҡалған. Ул Баймаҡ районында, Сибайҙан 10—15 саҡрымда көньяҡта ята.