«Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектаклдең премьераһы аншлаг менән үтте

«Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектаклдең премьераһы аншлаг менән үтте

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы сәхнә әҫәре — «Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле спектаклдең премьераһы аншлаг менән үтте.

Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» әҫәрен режиссер Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Яҙыусының «Быуаттан да оҙон көн» романының тәүге вариантына инмәй ҡалған, һуңынан ғына өҫтәлеп киткән «Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле бүлек буйынса сәхнә версияһын Елена Баранчикова яҙған. Ҡуйыусы төркөмдә — балетмейстер Ирина Филиппова (Мәскәү), рәссам Альберт Нестеров, композитор Урал Иҙелбаев, рәссам–яҡтыртыусы Илшат Саяхов.  «Хикәйәттә Сыңғыҙ Айытматов Сынғыҙхан образын ыңғай яҡтан да, кире яҡтан да күрһәтә. Автор геройҙың эске борсолоуҙарын, икеләнеүҙәрен, ғазапланыуын уҡыусының күҙ алдына баҫтыра. Ләкин барыбер Сыңғыҙхан – палач, ер яулап алыусы. Төп фекере – власть һәм һуғышҡа ҡаршы мөхәббәт һәм яҡшылыҡ аша көрәшеү була», — ти Мөсәлим Күлбаев.  Төп ролдә – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.  «Сыңғыҙхан — ул көслө хөкүмәт башлығы. Мин уны кешелекле яҡтан күрһәтергә тырышам. Сыңғыҙхан — ул ир ҙә, дуҫ та… Күп ҡырлы герой буласаҡ», — тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.  Ролдәрҙе башҡаралар: Артур Кәбиров, Илгизә Ғилманова, Зилиә Хәлилова, Сара Буранбаева, Нурия Ирсаева, Эльвира Юнысова, Светлана Хәкимова, Азамат Ғафаров, Руслан Хайсаров, Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Руслан Хәсәнов һ.б. Күмәк сәхнәләрҙә театрҙың йәш артистары ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb