Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжскаяның тыуыуына 125 йыл

Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжскаяның тыуыуына 125 йыл

ТАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы Сәхибъямал  Ғиззәтуллина-Волжская-1907 йылдан алып И. Ашҡаҙарскийҙың «Фажиғә вә мөсәккин исламия» (Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы; «Сәйяр») труппаһы актрисаһы.

1912 йылдан Өфөлә профессиональ «Нур» театр труппаһын ойоштора. Граждандар һуғышы йылдарында Көнсығыш фронттың 2‑се армияһы эргәһендәге 6‑сы фронт труппаһына етәкселек итә. 1920 йылдарҙа Ижевскиҙа, Ҡазанда драма театрҙарында эшләй. Реалистик йүнәлештә эшләгән күренекле актриса. Милли сәхнәлә тәү башлап сит ил классикаһы әҫәрҙәре б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә ролдәр башҡара.

1923 йылдан Башҡорт драма театры сәхнәһендә сығыш яһай һәм сағыу Зөләйха («Йософ һәм Зөләйха», К. Ғ. Тинсурин) менән Сәрби («Йәш йөрәктәр», Ф. Бурнаш) образдарын кәүҙәләндерә. Режиссёр булараҡ героик-романтик һәм трагик сюжеттарҙы, ҙур, көслө тойғоларҙы сағылдырыуға ынтыла: Ф. Әмирхан «Йәштәр», «Тигеҙһеҙҙәр», Ғ. Исхаҡи «Зөләйха» һ. б. Н. Иҫәнбәттең «Гөльямал» пьесаһы Ғ.‑В. тормошона һәм ижадына арналған.

Сәхнәлә уйнаған ролдәре: Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт» — «Коварство и любовь», Ф. Шиллер), Трильби (Дж. Дюморьеның «Трильби» романы б‑са Г. Г. Ге яҙған ш. уҡ исемдәге пьеса), Мариана («Һаран» — «Скупой», Ж.‑Б. Мольер), Шафиҡа («Ҡыҙғаныс бала», Н. Кемал; дебют, 1907, Сәрби («Уйнаш», Ғ. Камал), Биби («Бисара Бибийыһан», З. Сәйетзада), Катерина («Йәшен» — «Гроза», А. Н. Островский), Зөбәйҙә («Йәшә, Зөбәйҙә, мин дә йәшәрмен», С. Л. Рәмиев), Ғәлиә («Алдым-бирҙем»), Фатима («Мөғәллимә»; икеһе лә — Ғ. Исхаҡи).

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb